Беҙ, барыбыҙ ҙа, уны кәүҙәләребеҙ менән күмә яҙып торған булһаҡ та, ысынында, беҙҙең арала иң ҙуры ул - Гөлфиә Тураева. Әсә, өләсәй тигән исемдәрҙе йөрөткәне өсөн генә лә түгел (балалары барыһы ла, Аллаға шөкөр, йөҙөн ҡыҙартмай, матур донъя көтәләр), оҙон ғүмер кисереп, Ҡатын-ҡыҙ тигән исемгә тап төшөрмәй, ошо көнгәсә йәшәп, бына әле балалары менән бер табын артында ултыра алыуында ла.
Табын тигәндән, барып төшһәк, бер аҙ ҡаушап, уңайһыҙланғандай булдыҡ, әҙерләгән тәғәмдәрен өҫтәлгә һыйҙыра алмай бер булдылар, туйғак әҙерләнгәндәрме ни! Гөлфиә инәйгә яңыраҡ 85 йәш тулды, шул уңайҙан, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Д. Акилов, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәрипова, беҙ, Яманһары ауылына юл тотҡан инек. Әмәлгә ҡалғандай, көнөбөҙ йомаға тура килде, ә һауа торошо ниндәй, ҡояш шул тиклем ҡыҙҙыра, әллә яҙ яҡынлашамы тигән тойғо ла тыуҙы. Гөлфиә инәй үҙе яҙ һымаҡ яғымлы кеше, тәбиғәт тә ошоға ишараланы, буғай.
- Уның, Яманһарыла күпме йәшәп, бер ҡасан да кешегә тауыш күтәргәнен ишеткән булманы.
- Мәктәптә уҡытҡанда ла уҡыусылар шулай ти ине. "Гөлфиә апа бер ҡасан да беҙҙе әрләмәне". Һаман, онотмай, шылтыратып, хәл белешеп торалар.
Инәйебеҙ йылмая, шунан беҙгә боролоп:
- Хәтерләйһеңме, минең Рәфис менән синек башында йоҡлап йөрөй торғайның? - тип һорай.