Уҙғанын күрһәң ине.
Уҙған саҡта тотоп алып,
Кәрәген бирһәң ине.
Ошоға оҡшаш бик күп, тәрән мәғәнәле таҡмаҡтар ишетеп үҫтем, күпте белгән, күпте күргән өләсәйемдән. Бала саҡтан өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китте, уның хәтерендә һаҡланған күңелле лә, ҡыҙғаныс та мәлдәрен беҙгә ҡыҙыҡлы итеп еткерә белеүе, тағы бер һоҡланып туймаҫлыҡ оҫталыҡ ине минең өсөн. Мәктәптә уҡыған осорҙа математика, геометрия фәндәренән бирелгән өйгә эштәрҙе һә тигәнсе, бер ҡайҙа яҙмайынса уйҙан ғына һанап сығара ла бирә ине, бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында уҡыу күрмәгән өләсәйемдең иҫәп-хисапҡа шәп булыуы ла минең өсөн бер мөғжизә булып һаҡлана.
Өләсәйем, Ғәтиә Мөхәмәт ҡыҙы Йыһаншина (ҡыҙ фамилияһы Вахитова), Ялсыҡай ауылында Мөхәмәт һәм Ғәфифәнең ишле ғаиләһендә, 1938 йылдың 12 ғинуарында 6-сы бала булып донъяға килә. Ул йылдарҙа тыуған башҡа балалар кеүек үк, өләсәйемдең дә наҙланып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, иркәләнеп үҫер бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килә.
- Беҙ ғаиләлә 6 бала булдыҡ, мин иң бәләкәсе инем. Иң өлкән ағайым Шәйәхмәт һуғышҡа алынды, яу яланынан бер аяғын юғалтып ҡайтты. Беҙ үҫкән саҡта уйынсыҡ тигән нәмә булманы, һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡан Шәйәхмәт ағайым миҙал тағып ҡайтты, шуға гел күҙем ҡыҙҙы, шым ғына уны алып урамға сығып уйнар инем, шулай бер уйнап ултырғанда ағайым күреп ҡалды ла: «Һеңлем, был бит уйынсыҡ түгел, бик ҡәҙерле нимә ул, бына күрәһең ме мин уны бер аяғымды биреп алдым», - тип алып ҡуйҙы. Ағайымдан һуң тыуған, 1929-сы йылғы Нәфисә исемле апайымды вербовка менән эшкә алып киттеләр, ҡыҙғанысҡа ул шунан кире әйләнеп ҡайтманы. Уның менән бергә эшләгән ауылдаш ҡыҙҙар, асылыҡтан ашарға эҙләп йөрөгәндә, һаҙлыҡҡа төшөп барғанын күреүҙәрен генә еткерҙе.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.