-4 °С
Облачно
Тормош иптәше Миниса инәй менән 60 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Миниса инәй үткән йылда мәрхүмә була.
- Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманым. Ғүмер буйы көтөүсе булып эшләнем. Элек мал күп була торғайны. Меңдән ашыу эре, 500-600-ләп һарыҡ малы булды. Кешегә ер ҙә етте, тырышып эшләнеләр ҙә. Хәҙерге йәштәргә әйтер һүҙем: эшләйем тигән кешегә эш бар. Тырышһындар, әрһеҙерәк булһындар. Көтөп ултырһаң бер нимә лә үҙе килмәй. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Әле мин дә тик ултырырға тырышмайым, йөрөп ятҡан булам.
90 йәшлек юбилейым менән ҡотларға килгән ауылыбыҙ биләмәһе башлығы Владимир Галактионовҡа рәхмәт. Оло кешегә иғтибар булһа шул етә. Мине хөрмәтләгәндәре өсөн ҡыуандым.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.