Көлөшөп ултырҙыҡ

Түбәнге Баба ауылында быйыл Ололар байрамы айырыуса күңелле, матур үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көлөшөп ултырҙыҡКөлөшөп ултырҙыҡ
Көлөшөп ултырҙыҡ

Сөнки хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарын "Искра" кооперативы етәкселеге пакет-пакет күстәнәстәр менән ҡотланы, байрам табынына ит бүлеп, аҡсалата ла ярҙам бирҙе. Ололар үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәне, hәр береhe бешеренгән, әҙерләнгән. Бай, мул табын артында йырлашып, шиғырҙар hөйләшеп, элекке ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлөшөп ултырҙыҡ.
Земфира Вәлиева
Түбәнге Баба ауылы.

Был байрамды үткәрешеүҙә ярҙам иткәндәр тураһында гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас