Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
25 Мая 2018, 12:30

СҮП ТҮГЕҮСЕЛӘР БАР. ЙЫЙЫШТЫРЫУСЫЛАРЫ ЮҠ

Анау Маячныйҙағы сүп-сарҙы кем ҡарай икән? Ҡый-һайҙары беҙ йөрөгән юлға сыға башлаған, теге ваҡыт ҡайтып киләбеҙ, юлда сүп-сар төшөп ҡалған, ҡараһаҡ, ике йәш егет йәшел семерка машинаһында прямо мусорға кергән юлдың ситенә гена сүп-сар бушаталар ине.

Анау Маячныйҙағы сүп-сарҙы кем ҡарай икән? Ҡый-һайҙары беҙ йөрөгән юлға сыға башлаған, теге ваҡыт ҡайтып киләбеҙ, юлда сүп-сар төшөп ҡалған, ҡараһаҡ, ике йәш егет йәшел семерка машинаһында прямо мусорға кергән юлдың ситенә гена сүп-сар бушаталар ине. Сүплектең үҙенә барып етмәйҙәр, ырғыта торғас, яйлап оло юлға килеп сыҡҡандар. «Юшатыр»ҙар шул һорауҙы ла күтәрегеҙ әле.


Маяҡ ауылындағы әлеге хәл буйынса һорауҙы беҙ Күмертау ҡала хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү бүлегенә бирҙек. Уның хеҙмәткәрҙәре был хаҡта Күмертау ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ю.В. Куровҡа мөрәжәғәт итергә ҡушты. Ҡыҫҡаһы, матур ғына итеп яуап биреүҙән баш тарттылар.

Юрий Владимирович КУРОВ,

Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм инфраструктура буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары:

- Маяҡта йәшәүселәрҙең сүп-сар өйөмөн ниңә оло юлға тиклем килтереп еткереүҙәрен үҙҙәренән һорарға кәрәк. Нишләп әҙерәк кенә аңлылыҡ күрһәтмәйҙәр, үҙ ауылдарының тирә-яғын үҙҙәре йыйыштырмайҙар? Ҡала Хакимиәте былтыр ғына ошо маҡсатта бер миллион һум аҡса бүлде. Йөҙәрләгән тонна сүп-сар тейәп түгелде. Маяҡтарҙың үҙҙәре йәшәгән ауылдарын экологик яҡтан ҡайғыртмауы, сүп-сарҙы тейешле урынға өймәүе арҡаһында күпме аҡса елгә осто, - тине.

Беҙ был яуап менән генә сикләнеп ҡалмайынса, Маяҡ ауылындағы биләмәләр һәм муниципаль-ер күҙәтселеге буйынса белгес Инна Владимировна Тарасоваға сыҡтыҡ. Ул, был мәсьәлә минең компетенцияма инмәй, сүп-сар юл буйҙарында булғас, уны «Транспорт базаһы» муниципаль унитар предприятиеһы йыйыштырырға тейеш, тине. Ә был предприятиенан, Маяҡ менән беҙҙең килешеү төҙөлмәгән, шулай булғас, беҙ йыйыштыра алмайбыҙ, тип яуап бирҙеләр.

Мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙе һорап 4-се һанлы ремонт-эксплуатация участкаһы директорына ла шылтыраттыҡ.

Ришат Рәшит улы ВӘЛИТОВ, Күмертау ҡалаһының 4-се һанлы РЭУ директоры:

- Был мәсьәлә менән Күмертау ҡала хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү бүлеге шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ Маяҡ ауылындағы биләмәләр һәм муниципаль-ер күҙәтселеге буйынса белгес тә Маяҡ ауылының экологик яҡтан таҙалығы өсөн яуаплы. Ә беҙ, 4-се һанлы РЭУ, күп ҡатлы йорттарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Шул йәһәттән төп бурыстарыбыҙҙың береһе – күп ҡатлы йорттарҙағы сүп-сарҙы ваҡытында ҡала полигонына сығарыу. Бының өсөн махсус майҙансыҡтарға контейнерҙар ҡуйылған. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр шунда сүп-сарҙы сығарып һала. Шулай уҡ шәхси секторҙа йәшәүселәрҙең дә үҙ ҡыйын беҙҙең контейнерҙарға килтереп һалып киткән осраҡтары булып тора. Был дөрөҫ түгел. Ана шул юл ситенә лә шәхси йорттарҙа йәшәүселәр сүп-сарын түгеп, ташлап китеүсән. Сөнки Маяҡ ауылында шәхси секторҙағылар өсөн айырым сүплек юҡ. Ҡала хакимиәте, ысынлап та, ҡыйҙы полигонға ташыу өсөн етерлек күләмдә аҡса бүлеп тора.

Шулай итеп, Маяҡ ауылы юлындағы сүп-сарҙы йыйыштырыу мәсьәләһе менән әлегә бер кемдең дә ныҡлы ғына шөғөлләнмәүе асыҡланды. Шулай ҙа был проблема өсөн иң беренсе ҡала власы яуаплы икәне яҡшы аңлашыла. Урындағы депутаттар, йәмәғәтселек нимә ҡарай, тигән һорау ҙа тыумай ҡалмай. Ни өсөн сходтарҙа был мәсьәлә ныҡлап ҡаралып, аныҡ саралар күрелмәй? Һорауҙар әлегә асыҡ килеш ҡала.


Читайте нас: