“Яңыраҡ Илкәнәйгә юл төшкәндә, зыяратҡа ла һуғылып китергә тура килде. Ундағы хәлде күргәс, ултырып иларҙай булдым. Сөнки эргәһендәге ферма ҡоймаларын ата-бабаларыбыҙ күмелгән изге урынға терәтеп тороп ҡуйғандар. Һалам, силос, тағы әллә ниндәй ҡый-һый, алама еҫ зыярат янында ғына, хатта эсендә үк тараласаҡ. Был ниндәй эш икән ул, ниңә береһе лә ошоға иғтибар итмәгән һәм итмәй? Зыярат янынан үткәндә хатта алама һүҙ әйтергә, насар уй уйларға ярамай, тип өйрәттеләр ҙа баһа беҙҙе боронғолар, ә бында ферма менән әрүәхтарыбыҙҙың һуңғы төйәге бергә ҡушылған. “Юшатыр”, ошо мәсьәләне асыҡлаһағыҙ ине».
- Фермер Илшат Мәзитовҡа ошо мәсьәлә буйынса асыҡлыҡ индереүен һорап мөрәжәғәт иттем. Ул бесән, һаламдар туҙмаһын, тип зыярат янындағы майҙанды көҙ көнө ваҡытлыса ғына кәртәләп торған икән. Әле баҫыуҙа эштәр башланғас, был эште төҙәтеп өлгөрмәгәндәр. Бының бер ҙә ҡыйынлығы юҡ. Ошо көндәрҙә ферма территорияһын зыяраттан айырып, һис шикһеҙ кәртәләп ҡуясаҡтар, - тине Тимур Насибулла улы.