Яңы Морапталдан һуғыш ветераны, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусы Мөкәрәмә Мәҡсүтованың ҡәбере һаман да ташландыҡ хәлдә. Беҙ был турала былтыр ноябрь айында һәм 2016 йылдың апрелендә һеҙгә шылтыратҡайныҡ. Һеҙ Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевтың яуабын да баҫҡайнығыҙ гәзиттә. 2016 йылда ул: «Документтар Өфөлә. Ҡәбер ташына заказ бирелде, тиҙҙән буласаҡ. 9 майға ҡуйырға өлгөртөрбөҙ ҙә әле», - тигәйне. Бер нәмә лә үҙгәрмәне. Ҡәбер шул килеш ташландыҡ хәлдә етемһерәп тора. Берәй сараһын күрергә ярҙам итһәгеҙсе. Исемемде әйтмәйем.
Алдағы хаттарында ла беҙгә исемен күрһәтергә теләмәгәйнеләр, был юлы ла исемен әйтмәгән кешеләрҙән ошондай хат беҙгә өсөнсөгә килде. Береһе 2016 йылда, икенсеһе 2017 йылда һәм бына тағы. Нилектән нисәмә йылдар ауыр һуғыш касафаттарын үткән кешенең ҡәберенә бер таш һаман ҡуйылмағанлығын белешер өсөн беҙ тағы ла Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Мөкәрәмә инәй Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан. Бер малайҙы аҫрауға алып бик матур ҡарап үҫтерҙе. Аҙаҡ үҙ тырышлығы менән ошо малайҙың балаларын да аяҡҡа баҫтырҙы. Барлыҡ аҡсаһын, пенсияһын балаларына биреп, хатта машиналар бүләк итте. Ә хәҙер шул балалар күпме михнәттәр күргән инәйҙең ҡәберлегенә бер таш ҡуйырға ла эшкинмәйҙәр. Аҙыраҡ булһа ла оят түгелме икән үҙҙәренә? Мөкәрәмә инәй күпме тырышты, уның хаҡына балалары ла, туғандары ла изгелек яһай алмайҙармы ни?
Беҙ иһә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Ҡәбер ташына заказ бирер өсөн силсәүиттә булған барлыҡ документтарҙы ла тапшырҙыҡ. Тик инәйҙең тағы ла блокадала ҡатнашҡан документы етмәй сыҡты. Ул документтарҙы өйҙә матурлап эҙләр кәрәк, балалары юҡ тине лә ҡуйҙы, әллә ысынлап та тапмайҙар, әллә эҙләп тә ҡарамайҙар. Ә кәрәкле документтар теүәл булмағанлыҡтан, хәрби комиссариат был мәсьәләне ыңғай хәл итә алмай, - тип яуап бирҙе Аскар Исәт улы.