Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
26 Июня 2018, 12:18

ХӘЛ ИТЕЛДЕ

Беҙ был теманы әллә ҡасан яҙып, онотоп бөткәйнек. Дөрөҫөрәге проблеманы. Бына тағы һыу мәсьәләһе буйынса хат килде. “Холодный Ключ ауылының ҡайһы бер урамындағы йорттарҙа һыу юҡ.

Беҙ был теманы әллә ҡасан яҙып, онотоп бөткәйнек. Дөрөҫөрәге проблеманы. Бына тағы һыу мәсьәләһе буйынса хат килде. “Холодный Ключ ауылының ҡайһы бер урамындағы йорттарҙа һыу юҡ. Атап әйткәндә, Дуҫлыҡ, Р. Рыҫҡолов урамдарында. Дуҫлыҡтағы өҙөклөк өс аҙна буйы эшләнмәй ята, ярар көндәр эҫе түгел, баҡсаға аҙ кәрәк, тик барыбер кер йыумай, тамаҡҡа бешермәй, мунса инмәй тормай кеше. Теге көн төнгө өскә ҡәҙәр кер йыуҙыҡ - һыу киске ундан шул өстәргә тиклем генә нормально була. Кемгә өндәшһәң дә, ярар, проблеманы беләм, ти ҙә ҡуялар. Бер саҡ район башлығына ла шылтыраттыҡ, аптырағас. Бына әле генә яңы депутат һайланыҡ, унан, бәлки, рәт булыр. “Юшатыр”ға ла бына йәнә яҙабыҙ - беҙҙе һыулы итегеҙ”.

Аноним.




Был һорауға беҙгә Шәбағыш ауыл советы эштәр идарасыһы Гөлназ Раимова яуап бирҙе.

- Ысынлап та, Холодный Ключ ауылындағы Дуҫлыҡ урамында өҙөклөк ине. Был проблеманы хәл иттек. Үткән аҙнала яңы насос һатып алдыҡ. Шәбағыш һәм Холодный Ключ ауылдары халҡы бергәләп яңы насосты ҡуйҙы ла инде, - тине Гөлназ Наил ҡыҙы.
Читайте нас: