Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
26 Июня 2018, 12:16

ТИРӘК КЕМГӘ КӘРӘК?

Зәк-Ишмәт ауылындағы һәйкәл янында үҫеп ултырған ҙур тирәктәр - оло проблема.

Зәк-Ишмәт ауылындағы һәйкәл янында үҫеп ултырған ҙур тирәктәр - оло проблема. Бына-бына ауырға тора улар. Бер яҡта газ будкаһы, икенсе яҡта электр сымдары, кеше йәшәгән йорттар ҙа ҡаршыла ғына, әгәр ауһа, ҡурҡыныс бит. Элекке силсәүиткә әйттек, ул бысып ташларға вәғәҙә бирҙе, әммә һүҙен үтәп өлгөрмәй эштән китте, ә яңыһы бөтөнләй, бысмайым, тип әйтә. Халыҡ өсөн ҡурҡыныс менән янаған был тирәктәр мәсьәләһен нисек хәл итергә, ярҙам итегеҙ инде.

Аноним



Ошондай хатты алғас, “Юшатыр” был һорауға яуап эҙләп Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа сыҡты.

- Был мәсьәләне беләм, бар тирәктәрҙе лә ҡарап сыҡтым. Бөгөндән ауып китеп зыян килтерерлек ағастар түгел. Тағы ла ныҡлабыраҡ ҡарап сығасаҡмын, бик тә ауырға торғандарын, әлбиттә, ҡырҡасаҡбыҙ. Уны ла бит барҙың да тиҙ генә киҫеп ташланың түгел, ә экологтарҙан ризалыҡ һорарға, киҫер өсөн тәғәйен машина саҡыртырға, уның өсөн аҡсаһы ла кәрәк. Былтыр бер сәғәте 1 мең 500 һум ине ундай машиналарҙың, быйыл, белмәйем, күпмелер. Тегеләй-былай юлға ғына ике сәғәт ваҡыт үтәсәк, етмәһә, күпме ваҡыт киҫеү эшен башҡара әле ул.

Башҡа ваҡыт борсоған һорауҙары менән халыҡ үҙемә килһендәр, ә гәзиткә әйтеү менән, улар килеп тирәк киҫмәйәсәк бит барыбер. Халыҡтың шундай борсоулы мөрәжәғәте булғас, был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, - тине Илшат Мәдиф улы.
Читайте нас: