Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
29 Июня 2018, 12:33

ҠУЛ ҠАУШЫРЫП УЛТЫРМАЙБЫҘ

Редакцияға килгән сираттағы хатыбыҙ. Унда - Ялсыҡай ауылындағы күпер. Был күперҙән элегерәк берәү осоп төшөп тә үлде (ауыр тупрағы еңел булһын), аҙаҡ һүрәттә күренгән перила һымаҡ нәмә ҡуйҙылар. Бына был күпер менән сираттағы бәлә - бер ерендә тишек хасил булған.

“Ялсыҡай ауылындағы күперҙең бер яҡ сите ишелеп төшкән. Беҙ ярай был хәлде күрҙек һәм был ерҙе урабыраҡ үтәбеҙ. Белмәгән халыҡ өсөн ҡурҡыныс бит, төшөп китеүҙәре ихтимал. Бигерәк тә ҡараңғы төшкәс ҡурҡыныс, бер нәмә лә күренмәй. Ошо мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк”.

Аноним.

Беҙ, әлбиттә, шунда уҡ Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевҡа сыҡтыҡ.

- Беҙгә ҡараған бар мәсьәләләр ҙә хәл ителеп тора. Был күпер силсәүиткә түгел, ә районыбыҙҙың юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығына ҡарай. Шулай ҙа халыҡ өсөн мөһим булған, ҡурҡыныс янаған мәсьәләләр бар икән, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Шунда уҡ юл хужалығы идаралығына шылтыратып был хәлде әйтеп, заявка бирҙек. Унан баш инженерҙары килеп күперҙе күрҙе һәм тиҙ арала эшләп ҡуясаҡтары хаҡында әйтте. Улар Ульяновкаға бара торған юлды ла рәтләргә тейештәр, шул саҡта бер юлы күперҙе лә эшләп ҡуйырға вәғәҙә бирҙеләр, - тине Ильяс Искәндәр улы.
Читайте нас: