Һаумыһығыҙ, «Юшатыр» гәзите редакцияһы! Һеҙгә Зәк-Ишмәт ауылы халҡы ҙур үтенес менән яҙа. Ауыл уртаһында, Мәктәп урамында, 2018 йылдың декабрендә магазин ябылған ине. Ошо магазинды уратып, ергә ҙур плиталар һалынған. Хәҙер ошо плиталарҙы алып китмәксе булалар. Һеҙгә ҙур үтенесебеҙ, плиталарҙы алдыртмаҫҡа ине. Ауылыбыҙҙың бөтә матурлығын боҙасаҡтар бит. Уның урынында һуңынан бысраҡ булып ятасаҡ. Эргәһендә генә мәктәп, балалар баҡсаһы. Балалар ошонда уйнайҙар. Ватылып бөткән тәҙрәләргә берәү ҙә иғтибар итмәй, быялалары кеше өҫтөнә төшөргә мөмкинлеге бар, ә тик ятҡан, бер кемгә лә ҡамасауламаған плиткаларҙы алып китергә уйлайҙар. Ошо хәлде берәй нисек туҡтатып булмаҫмы икән? Ярҙам итегеҙ әле.
Оло үтенес менән Зәк-Ишмәт ауылы халҡы
Ошондай йөкмәткеле хат алып, интернеттағы гәзитебеҙ төркөмөнә ҡуйып та өлгөрҙөк, уның артынса тағы бер хат килеп төштө. Әммә ул хат яҙыусы исемен күрһәтергә теләмәне:
- Зәк-Ишмәт магазины янындағы плиткалар хаҡында яҙғандар. Беҙҙең Яңы Таймаҫ ауылында ла шундай уҡ хәл ҡабатлана. Беҙҙәге бер рәт плиталарҙы алып та киттеләр инде. Хәҙер ауылға кергән ерҙә тағы бер емерек объект барлыҡҡа килә бит. Зәк-Ишмәттәге кеүек, тиҙҙән быялаларын да ватып бөтәсәктәр. Русса әйтмешләй: «Лиха беда начало» булды инде. Был магазинды ваҡытында «Таймаҫ» совхозы төҙөнө. Райпо унда бер тин дә ҡушманы, тик бушҡа приватизация эшләне. Силсәүит башлығы ҡайҙа ҡарай икән, нишләп район хакимиәтенә, Республика Башлығына сыҡмай, халыҡты күтәрмәй икән? «Беҙҙең силсәүит кемгә хеҙмәт итә, халыҡҡамы, үҙенәме?» - тигән һорау яңыраҡ интернет селтәрендә лә булғайны. Әлегә тик халыҡҡа зыян ғына эшләнә. Әгәр бер нәмәне лә һаҡлап ҡала алмағас, тағы ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын биләргә кәрәк инеме икән ни? Шулай уҡ ерләү хеҙмәте буйынса иғлан ителгән конкурс менән дә шул уҡ хәл. Кем һораған, нимәгә кәрәк ул? Сираттағы аҡса һурыумы был? Хәҙер үҙ туғандарыңды аҡсаға ерләргәме? Ауыл халҡы әлегә үҙҙәре лә был эште булдыра ала. Әгәр бындай закон бар икән, нишләп бер нәмә лә аңлатмайҙар һуң? Һорауҙар яуаптарға ҡарағанда ла күберәк. Ауыл халҡының фекере бер кемгә лә кәрәкмәй.
Шулай итеп, плиткалар менән ғәләмәт хәлдәр бара. Беҙ, ғәҙәттәгесә, һорауҙы асыҡлар өсөн иң тәүҙә ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына сыҡтыҡ.
Зәк-Ишмәт ауылы советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновтың позицияһы былай:
- Райпо менән көрәшә торғас, алйып бөттөк. Киләм, алам, ти. Мин бирмәйем, тием. Ниңә бөтә булғанды «раскулачивать» итергә генә тораһығыҙ, бер йылы иҫке контораны әллә кем алды һәм нимә булды? Емереп алып китте, аҙаҡ ҡалдыҡтарын силсәүит саҡ таҙартып алды. Улай емерер-талар булғас, әйҙә, ауылды тулыһынса бөтөрәйек тә ҡуяйыҡ. Булған магазинығыҙҙы әҙәм рәтенә килтерегеҙ, тәҙрәләре ватыҡ, башында ҡайын үҫеп ултыра. Һатыусы юҡ, ул булһа магазинды асыр инек, тиһегеҙ. Тәүҙә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Бейәләй, быйма кейеп торған һатыусы һатыусы буламы ни? Плиткалар ятҡан урын — тап кеше күп йөрөгән урын. 1980 йылдарҙа һалынған был плиткалар ҡапыл ғына уларға ниңә кәрәк булған тиһегеҙме, уныһын кем белһен.
Таймаҫ ауылы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевтың яуабы:
- Кран менән килеп төшкәс тә юлдарына арҡыры сығып баҫтым, бирмәйем тип. Һеҙҙеке түгел ул, тинем. Тик улар барлыҡ документтарҙы күрһәтте, мин, аптырағас, теге йылдарҙа совхоз прорабы булып эшләгән Рузан Әбсәләмовты алып килдем, кемдеке был мөлкәт, ауылдыҡы булһа, бирмәйек, тип. Тик ул да магазинға совхоздың ҡыҫылышы юҡ, тине. Беҙҙең күңел һыуынды, ҡалайтайыҡ, закон буйынса Райпо хаҡлы, үҙҙәренеке икән, байлыҡтарын теләһә нимә эшләтә алалар. Плиткаларҙы урамға ҡараған ерҙән алмайбыҙ тинеләр, исмаһам, шуныһына рәхмәт.
Райпо етәкселеге менән оҙаҡ ҡына бәйләнешкә инә алмай аптыраныҡ. Бер генә әтнәкәһен әйтмәй китә алмайбыҙ: эштең асылын белмәй тороп кемделер ғәйепләп булмай.
«Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченко плиталарға бәйле һорауҙарға:
- Бөтәһе лә законлы эшләнә. Алдан уҡ документтарҙы әҙерләп, ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына күрһәттек. Ауыл халҡы риза булмаҫ, шаулар, тип тә уйланыҡ, шуға күрә кәрәкле документтарҙы полицияға ла ебәрҙек. Таймаҫтар ҙа, Зәк-Ишмәт ауылы халҡы ла беҙҙең плиталар, беҙ төҙөнөк, тиҙәр. Нисек ике ауыл да бер иш итеп кенә һалды икән ул плиталарҙы? Был плиталар законлы рәүештә беҙҙеке. Ошоға тиклем уларҙың кәрәге булмағайны, әммә әле хужалыҡ эше өсөн кәрәк булып сыҡты һәм беҙ ул ауылдарҙан плиталарҙы алырға ҡарар иттек, - тип яуап бирҙе.