Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
29 Октября 2019, 12:02

15 һум алалар

«Почта аша сүп-сар өсөн түләгәнгә 15 һум комиссия алалар. Был һорауҙы асыҡлайым тип Күмертауҙағы почта бүлексәһенә барғайным, ҡабул итмәнеләр, сәғәт 5-тән һуң килерһең, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Мин ауылдан килгән кеше, сәғәт бишкә тиклем көтөп ултыра аламмы ни, автобусҡа өлгөрөргә кәрәк. Шул турала белешеп ҡарағыҙ әле, үҙем шылтыратып та ҡараным, телефонды ла алмайҙар. Һәр кемдән 15-әр һум аҡса йыя башлаһалар, әллә күпме йыйыла бит», - тип шылтыратты беҙгә Яҡуп ауылынан Ҡорбанғәли Сөләймәнов.

Һорауға яуап эҙләп, шунда уҡ почтамтҡа шылтыраттыҡ. 1 октябрҙән кемдәр 70 һум түләй, уларҙан 20 һум, ә кемдәр 35 һум түләй, уларҙан 15 һум комиссия ала башлағандар икән. Халыҡтың ризаһыҙлығын күҙ уңында тотоп, үткән йоманан алып, ҡайһы ауылдарҙа банк йә башҡа түләү урындары юҡ, шул ауылдарҙың халҡынан почта аша сүп-сар өсөн түләгәнгә комиссия алынмаясаҡ, тигән ҡарар ҡабул иткәндәр. Был ҡарар банк йәки күсмә банктар эшләгән ауылдарға ҡағылмай. Бындай ауылдар районда күп түгел — Ермолаево, Мораптал, Отрада ауылдары.


Киләһе йылда сүп-сар өсөн түләү артасаҡмы? Был турала БР Хөкүмәтендә һөйләшеү булды. Әлеге көндә, белеүегеҙсә, ай һайын һәр кеше 35 һәм 70-әр һум аҡса түләй.

- Әгәр кәрәк икән тарифты күтәрергә тура киләсәк, тик сүп-сар йыйыуҙы ваҡытында һәм тейешле рәүештә ойошторорға тейеш буласаҡһығыҙ, - ти был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эште көйләр өсөн Башҡортостанда тағы ла 9 296 контейнер майҙансығы булдырырға, 10 527 контейенер алырға кәрәк буласаҡ. Әлеге көндә 16 997 майҙансыҡта 46 195 контейенер ҡуйылған, - ти экология министры Урал Искәндәров. Ул шулай уҡ был эштә әүҙемлек күрһәткән райондарҙы ла һанап үтте. Ул исемлектә Көйөргәҙе районы ла бар.
Читайте нас: