Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
8 Ноября 2019, 14:42

Ҡасан?

Бер көнө иртә таңдан Тимербай ауылынан беҙгә былай тип яҙалар:
- Хәйерле иртә! Аноним булһын инде. Беҙҙең ауылға ҡасан интернет үтер икән, билдәле түгелме? Тимербай ауылына яҡшы интернет кертәбеҙ тигән инеләр, уныһы һаман да юҡ. Сентябрҙә үк эшләп ҡуябыҙ, тип вәғәҙә иткәйнеләр ҙә ул, бер ҙә генә күренмәйсе...
Ҡасан интернет үтә, ҡасан кәрәҙле бәйләнеш була тигән һорауҙарын йыл да биреп тора тимербайҙар. Һәр ваҡыт уларға: «Бына хәл итәбеҙ, тиҙҙән буласаҡ», - тигәнерәк яуап булды. Әле ниндәйерәк яуап булыр икәне үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ ине һәм беҙ Свобода силсәүитенә шылтырата һалдыҡ.
- Кабель үткәрелде инде, бөтәһе лә әҙер. Әле интернетты ебәрер өсөн Өфөнән рөхсәт көтөлә. Шул рөхсәт булыу менән үк беҙҙең электриктар тоташтырасаҡ. Был эш беҙҙән тормай, шуға тағы әҙерәк көтөргә тура киләсәк. Кәрәҙле телефон бәйләнешенә килгәндә инде, алдан әйткәнебеҙсә, вышка ҡуйырға бер оператор ҙа риза түгел, сөнки уларға бынан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
Читайте нас: