«Зәк-Ишмәт ауылының Шәмсетдин Зәки урамына асфальт һалдылар, хәҙер туфлиҙарҙа ғына тыҡылдата баҫып йөрөйәсәк ауыл халҡы, тип яҙҙығыҙ ҙа, бер яҡшынан бер яман тигәндәй, хәҙер йорт янына төшә алмай аҙапланабыҙ. Машина менән осоп йөрөп булмай, юлдан ситкә төшәм, тип тәкмәс атып ятырға ла була. Шул һорауҙы күтәрегеҙ әле, беҙгә юлдан нисек төшөргә?» - тип яҙалар беҙгә Зәк-Ишмәт ауылының бер төркөм песионерҙары.
Һорауға яуап эҙләп, ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа шылтыраттыҡ.
- Ысынлап та, был асфальт юлдан төшөрмөн тимә. Ул проблеманы беләбеҙ, әлеге көндә хәл итергә тырышып йөрөйбөҙ. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа ла был һорау менән мөрәжәғәт иттем. Юл хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшелгән-килешелгән, бөгөн-иртәгә килеп, был юлдарҙы тәртипкә килтерергә тейештәр.