Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
15 Ноября 2019, 11:33

Тере ҡалырға тырышыу

Иҫәнмеһегеҙ. Беҙҙең ауылда йәштәргә клуб асылмай (завклуб юҡ тиҙәр), ә йәштәр ял көндәрендә урамда өшөп йөрөй. Ярҙам итегеҙ әле, зинһар.
Вилдан Бикҡолов, Тимербай ауылы.
Ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары буйынса һорауҙар быға тиклем дә күп булды, ошо Тимербай ауылына бәйлеһе генә лә һуңғы йылда бер нисә тапҡыр күтәрелде. Бер яҡтан завклубтың эш хаҡы насар булыуын сәбәп иттеләр - Тимербай завклубы айына 1700 һум ала тинеләр (етмәһә, аҙна һайын районға саҡыртып аптыраталар, унда барғанда үҙ аҡсаңды түлә), икенсенән, халыҡтың үҙен дә ғәйепләнеләр - концерттарға йөрөмәйҙәр, интернетта ғына теләһә ниндәй мыжыу яҙып ятырға оҫталар.
Сираттағы тапҡыр, проблеманың айышына төшөнөргә теләп, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә сыҡтыҡ, беҙгә «Йәшлек» мәҙәниәт йорто директоры Зөлфирә Эйтерник яуап бирҙе:
- Ауыл клубтары менән беҙҙә оло бәлә. Тимербайҙа әле клубта эшләүсе кеше юҡ – йәштәрҙең урам тапауының сәбәбе ошонда. Ошоға тиклем унда эшләгән кеше 0,25 ставкаға эшләп килде, ауылда күп клубтарҙа ошо аҡсаға эшләйҙәр, тиҙҙән бындайҙарҙың ставкаһы 0,5-кә тиклем күтәреләсәк, бәлки, ошо осраҡта клуб мөдире булып эшләргә теләгән кеше табылыр. Республика башлығын һайлау көнөндә мин үҙем Тимербайҙа булдым, шунда әйттем: кемегеҙ теләй клубта эшләргә, әйҙәгеҙ, тинем. Юҡ, теләк белдереүсе табылманы. Завклуб тиһәң, уның эше йәһәннәм: иҙәнен дә үҙе йыуа, ишек алдындағы үләнен дә саба, ҡарын да көрәй, быларынан тыш, төрлө мәҙәни саралар үткәрергә кәрәк. Яҡуп ауылында ла, үҙегеҙ беләһегеҙ, ошондай уҡ хәл: клуб мөдире юҡ. Иш янына ҡуш: яңы йылдан профстандарт тигән ҡағиҙә керетелә, уның буйынса клубтарҙа бары тик мәҙәни белеме булған кеше генә эшләргә тейеш, ә беҙҙә әле ҡалай тора эштәр? Клубтарҙың яртыһында мәҙәниәт өлкәһендә белеме бөтөнләй булмағандар эшләй, ә һин матур йырлайһың бит, әйҙә, завклуб бул, тип ҡуйылған кешеләр. Яңы закон буйынса беҙ уларҙы, завклубтарҙың 50%-ын эштән ебәрергә тейеш булабыҙ. Клубтарҙың күбеһе совет заманынан ҡалған биналар, төртһәң, емерелергә тора, халыҡ та кәмей, концерттарға йөрөүселәр, тимәк, шулай уҡ кәмей. Ошондай шарттарҙа нисектер тере ҡалырға тырышабыҙ. Бер һүҙ ҡуҙғатҡас, шуныһын да әйтергә ине: ҡайһы бер ауылдың клубына киләһең, ишек алды тулы үлән, тупһа янында уҡ үҫеп ултыра, шуны ла сабырға эшкинмәй эшләгәндәр бар. Үҙ эшеңде ярат, сәскә ултырт, килгән кешегә күңелле булһын – ауылдың мәҙәниәт усағы бит ул. Был турала (клубығыҙҙы тәрбиәле тотоғоҙ) йыйылыш һайын әйтәбеҙ, кемдәргәлер барыбер барып етмәй.
Шулайыраҡ эштәр. Күңел һалып эшләгәнде генә түгел, тиҙҙән клубтарҙа күңел һалмай эшләгәнде лә табыуы ауыр буласаҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: