Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
17 Декабря 2019, 11:30

Исмаһам БСТ-ны

Гәзитегеҙҙе яратып уҡыйым, тик бына телепрограмманы бөтөрөүегеҙ шәп булманы.

Гәзитегеҙҙе яратып уҡыйым, тик бына телепрограмманы бөтөрөүегеҙ шәп булманы. Хәҙер БСТ-ла нимә булғанын белмәй аптырап тик ултырам. Унда яҡшы тапшырыуҙар бик күп. Программа булғанда, кәрәкле тапшырыу аҫтына һыҙып ҡуя ла, кәрәк ваҡытта телевизор янына барып ултыра торғайным. Беренсе менән икенсе канал да кәрәк. Исмаһам, шуларҙы ҡуйығыҙ.
Клара АБДУЛЛИНА, Таймаҫ ауылы
Бындай һүҙҙәр, тап БСТ-ла нимә булғанын белмәүҙәре тураһында, тағы ла бер нисә мөрәжәғәт булды. Киләһе йылдан БСТ, 1, 2 каналдарҙың программаһын баҫа башларбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ
Читайте нас: