Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
20 Декабря 2019, 12:55

Һаман шул проблема

Беҙҙең ауылда бер проблема - һаман шул клуб проблемаһы. Оҙаҡламай яңы йыл етә инде. Беҙ нисә йыл инде бер байрамды ла күргән юҡ. Шул һорауҙы яңы йылға тиклем хәл итерҙәрме, юҡмы?

Һаумыһығыҙ “Юшатыр” гәзите. Мин Яҡуп ауылынан яҙам.
Беҙҙең ауылда бер проблема - һаман шул клуб проблемаһы. Оҙаҡламай яңы йыл етә инде. Беҙ нисә йыл инде бер байрамды ла күргән юҡ. Шул һорауҙы яңы йылға тиклем хәл итерҙәрме, юҡмы?
8 март, 23 февраль, Яңы йыл концерттарын 5 йыл инде күргәнебеҙ юҡ.
Ошо һорауҙы тағы ла күтәрегеҙ әле зинһар.
Был һорау буйынса беҙ Яҡшымбәт ауылы советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Ауылда клуб булдырыуҙы халыҡ күптән күтәрә. Яҡуп ауылында мәктәп бинаһының спорт залы клуб булып та хеҙмәт итә, унда сәхнә лә бар. Быға тиклем барлыҡ саралар ҙа шунда үткәрелә килде. Ауылда буш торған 5-кә 6 кв. метр тирәһендәге бер бина бар. Шуны әле ауыл советына теркәп ҡуйҙыҡ. Киләсәктә был бинаға ремонт эштәре башҡарып, мәҙәниәт усағына әйләндерегә тип уйлайбыҙ. Үткән шаршамбы көндө ауыл биләмәһендә үткәргән сессияла ла ошо һорауҙы күтәрҙек һәм был эштәрҙе башҡарыуҙы 2020 йылдың планына кереттек. Ауылда клуб мөдире проблемаһы ла бар. Ошо уҡ сессияла мәктәптә, йә булмаһа, балалар баҡсаһында эшләүсе берәй хеҙмәткәрҙе клуб мөдире вазифаһына ла тәғәйенләү тураһында һүҙ булды. Нисә йылдар буйына һуҙылған был һорауҙы киләһе йылда ыңғай хәл итеп ҡуйырбыҙ тип ышанам, - тине Юнир Ирек улы.
Читайте нас: