Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы. Беҙҙең районға һәм ҡалаға килеп ҡайтыуығыҙға шатмын. Мин Көйөргәҙе районының Свобода ауылында тыуып үҫтем. Бөтә өлкән ғүмерем Күмертауҙа үтте. Педагогик стажым бар – 48 йыл. Тыуған ауылымды бер ҡасан да онотманым, унда минең туғандарым һәм ата-әсәм ерләнгән. Әлеге ваҡытта Свободала 600-ҙән ашыу кеше йәшәй. Минең борсолоуым шунан ғибәрәт: Күмертауҙан Свободаға асфальт юл бер ҡасан да булманы. Ҡытай юлы төҙөлөр һәм ауыл янынан асфальт юл үтер тигән өмөттәр бар ине, хәҙер был юл булмай тинеләр. Һеҙгә үтенес: Күмертау – Свобода юлына (20 км) асфальт һалып булмаҫмы? Юғиһә, Свобода бөтәсәк. Һеҙгә оҙон итеп элек бында ниндәй ҙур совхоз булғаны тураһында һөйләргә була, ниндәй мәктәп ине, дауахана... Әле барыһы ла емерелә генә. Емерелеүҙең бер сәбәбе - матур юл булмауы. Әле булған Маяҡ-Михайловка ҡырсын юлы менән бер нәмә эшләп булмай һәм эшләнмәй ҙә. Был трасса бик ҡурҡыныс, мин белгәне генә нисәмә кеше үлде бында. Асфальт булмай икән, исмаһам, Маяҡ-Михайловка юлына рәтле ҡырсын түшәргә кәрәк, ә әле йылына өс тапҡыр грейдер үтә лә шуның менән вәссәләм – бар булған ремонт ошо. Асфальтты киләһе йөҙ йылда күрмәҫбеҙ инде, һиҙәм.
Людмила Собханғолова-Кальченко, Күмертау ҡалаһы
Һаумыһығыҙ, Людмила. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Күмертау-Свобода юлын һалыу планда юҡ. Ремонт буйынса шуны әйтә алабыҙ: беҙҙең балансҡа ингән юлдарҙың ҡайһыһын 2020-2022 йылдарҙа ремонтлауыбыҙ март-апрель айҙарында билдәле буласаҡ. Шул иҫәптән, Күмертау–Ермолаево-Маяҡ һәм Маяҡ-Михайловка юлдарын да. Саҡ ҡына түҙегеҙ.
Альбина Ғилмиянова, БР Юл хужалығы идаралағының баш белгесе.