Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
27 Января 2020, 16:46

Юлы, бәлки, булыр, ә завод?

- Күмертауҙағы иҫке автовокзал янындағы тимер юл аша машиналарға сығыу юлы мәсьәләһе ниңә хәл ителмәй? Ҡасан «Искра» заводы эшләй башлаясаҡ? Ни өсөн ҡала һәм район башлыҡтарын халыҡ һайлай алмай?

- Күмертауҙағы иҫке автовокзал янындағы тимер юл аша машиналарға сығыу юлы мәсьәләһе ниңә хәл ителмәй? Ҡасан «Искра» заводы эшләй башлаясаҡ? Ни өсөн ҡала һәм район башлыҡтарын халыҡ һайлай алмай?
Күмертау ҡалаһынан Рәмил Әхмәтйәнов республика башлығына ошондай һоруҙар яуҙырған.
Беренсеһенә яуап бар:
- Тимер юл аша йөрөү юлын эшләүгә проект экспертиза үтте. Төҙөлөш, аҡса бүленгәс тә, башланасаҡ, - тип яуап бирә ҡала башлығы урынбаҫары Д. Гаврилов. Ошондай уҡ яуап былтыр ҙа бирелгәйне, әйткәндәй. Искра заводы буйынса яуапты һуңыраҡ бирермен тигән (ҡыҙыҡ, был һорауға нимә тип яуап табырға була, тимер-томорҙо эшләй торған түгел, хатта аҙыҡ етештергән заводтар артына ултыра - Мәләүез шәкәр заводы). Ҡала-район башлыҡтарын һайлауға ҡағылышлы һорау яуапһыҙ ҡалған. Хәйер, Гаврилов - төҙөлөш буйынса урынбаҫар, һайлау буйынса һорауға ул түгел, башҡа компетентлыраҡ кеше лә яуап бирә алмаҫ ине, моғайын.
Читайте нас: