Әнүәр Шәһит улы УРАҘАЕВ, Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
-Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙарға лайыҡлы ир-егеттәр етмәй, тип әйтер инем. Гүзәл заттар беҙгә, ир-егеттәргә, ҡарата бик талапсан бит ул. Беҙ бар яҡшы эштәребеҙҙе лә уларҙың хуплау һүҙҙәрен ишетер өсөн тырышып эшләйбеҙ. Бына минең ғаиләмдә 3 ҡатын-ҡыҙ — 2 ҡыҙым һәм кәләшем. Үҙемде әкиәттә йәшәгән кеүек хис итәм. Һәр саҡ шифоньерҙы асһам — таҙа кейем, холодильникты асһам — тәмле ризыҡ, шкафты асһам — таҙа һауыт-һаба. Ҡатын-ҡыҙ — тормошобоҙ йәме, улар беҙҙең йортобоҙҙоң йылыһы, ҡото. Гүзәл заттарыбыҙ һәр саҡ сәләмәт булһын, арыу-талыу белмәһен. Уларҙы гел генә яратып ҡына «яратам», «һөйәм» тип кенә торһондар, һәр ваҡыт уларҙың янында хәстәрләүсе кешеләре булһын. Яратып һәм яратылып йәшәһендәр! Байрамығыҙ менән, хөрмәтле һәм ҡәҙерле гүзәл заттарыбыҙ!