Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
3 Апреля 2020, 18:00

Шөрләттерә

Ҡала кешеләренә ауылға ҡайтырға ярамай, тигән указ юҡ. Шулай уҡ ауыл кешеһен дә ҡалаға кертәләр һәм сығаралар.

- Ҡала кешеләрен ауылға ҡайтартмаҫҡа тигән закон сыҡмаймы ул? Әтеү, ауылға берәм-берәм ҡайта башланылар. Шөрләттерә бит.
Ошондай һорау килеп төштө «Юшатыр» гәзите редакцияһына. Был һорауға яуап эҙләп таптыҡ. Ҡала кешеләренә ауылға ҡайтырға ярамай, тигән указ юҡ. Шулай уҡ ауыл кешеһен дә ҡалаға кертәләр һәм сығаралар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡала-район хакимиәте сайтындағы иҫкәртеүҙәр ҙә күҙ уңынан сыҡмаһын ине: күпләп халыҡ йыйылған урындарҙы сикләргә, йәмәғәт юл-транспорты менән йөрөмәҫкә, мөмкин тиклем үҙ-үҙеңде изоляция режимын һаҡларға кәрәк. Кисерерлек сәбәптәре булған граждандарға (мәҫәлән, яҡындарының үлеме, бала тыуыуы, башҡа ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле) ауыл йә ҡала хакимиәтенән справка алырға тура киләсәк. Бындай белешмәне алыр өсөн хакимиәткә электрон адрес буйынса ғариза һәм кисерерлек сәбәптәрҙе раҫлаған документтарҙы ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: