Кешенең нисек көсһөҙ икәнен күрһәтте ул. Бәләкәй генә, күҙгә лә, ябай микроскоп аша ла күренмәгән микроб бөтөн донъяны аяҡҡа баҫтырҙы. Дин күҙлегенән ҡарағанда, кеше ауыр хәлдә генә тәүбәгә килә, доға ҡыла башлай. Кеше үҙенең йәшәйешенең мәғәнәһен аңлай, ҡайҙа барабыҙ, донъя ҡайҙа бара икәнен күрә башлай. Ғаилә ҡәҙерен белдертә, ата-әсәләргә булған мөнәсәбәтте яҡынайта. Кешеләр өйҙән сыҡмайынса бергә булыу мөмкинлегенә эйә. Ғаилә ҡиммәттәрен күрһәтә.