Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
28 Июня 2020, 12:30

Уңайлыҡтар менән дә көтөргә була

Автобуста йыш йөрөргә тура килә, транспорттың ҡаланан ҡуҙғалған урыны - иҫке автовокзал янындағы ҡола ялан. Ҡышын һыуыҡ, йәйен эҫе. Ышыҡланыр бер ер юҡ, ултырам тиһәң, оса терәр бер бүкән юҡ. Анау сама ҙур яңы автовокзалды нимә тип төҙөнөләр ул, барыбер буш тора, беҙҙең яҡҡа барған автобусты шунан ебәрһәләр булмаймы ни?..

- Аҡһары ауылынан шылтыратам. Радик Аҫылғужин булам. Маршрут автобусы буйынса ине һорауым. Автобуста йыш йөрөргә тура килә, транспорттың ҡаланан ҡуҙғалған урыны - иҫке автовокзал янындағы ҡола ялан. Ҡышын һыуыҡ, йәйен эҫе. Ышыҡланыр бер ер юҡ, ултырам тиһәң, оса терәр бер бүкән юҡ. Анау сама ҙур яңы автовокзалды нимә тип төҙөнөләр ул, барыбер буш тора, беҙҙең яҡҡа барған автобусты шунан ебәрһәләр булмаймы ни? «Юшатыр» гәзите был һорауға тағы ла әйләнеп ҡайтты һәм яуап алыр өсөн был маршрутты ойоштороусы ЯСЙ «Күмертау автотранспорт ойошмаһы» етәкселегенә мөрәжәғәт итте.
- Автовокзал менән килешеү төҙөлгән. Был маршруттағы газель автобустары автовокзал майҙансығынан да пассажирҙарҙы алып, һуңынан, «Уютный дом» магазины алдында көтөп тороусыларҙы, ошо урынға ваҡытҡа самалап килеүселәрҙе ултыртып юлға сыға. Маршрут транспортының автовокзалдан ҡуҙғалыу графигын белешеү өсөн диспетчерға шылтыратып һорарға мөмкин, - тинеләр беҙгә.
Юл-транспортҡа бәйле, Күмертау ҡалаһының автобус һәм тимер юл вокзалдары берләштереләсәк тигән мәғлүмәт тә халыҡты борсоған һорауҙарҙың береһе ине. Асыҡлауыбыҙса, ГУП «Башавтотранс»ҡа ҡараған Күмертау филиалы автовокзал яҙмышы «Башавтотранс» һәм «БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитеты» берлегендәге комиссияһы тарафынан хәл ителгән. Был комиссия ҡарары менән бындай берләштереү файҙаһыҙ икәнлеге билдәләнгән.
Читайте нас: