Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
25 Июля 2020, 11:46

ТИШЕК ТҮШӘМ

Руслан Әминев, Көйөргәҙе районы хакимиәттең төҙөлөш, архитектура бүлеге начальнигы: - Булдыҡ беҙ унда яңыраҡ. Йорттоң түшәме, ысынлап та, емерелергә тора. Хужабикәнең ике оло улы бар, дөрөҫөн әйткәндә, улар ҙа ремонтты уйлаһа була ине. Ике яҡлы совхоз йорто, бер яғында кеше йәшәмәй, ул боҙоҡ хәлдә, шуға ла тап ошо хужаһыҙ йорт яғынан һыу үтеп торған да инде. Хужалар йорт тирәһен, гарбыль менән булһа ла, уратҡан, кәртә менән ҡыялғансы, түшәмде ҡайғыртһалар була ине. Миңә түбәгә менеп ҡара тиҙәр. Ә һеҙҙең менеп ҡарағанығыҙ бармы, тип һорайым, юҡ, малайым йығылып, йә имгәнеп ятыр, ти.

. Ә мин ҡолап төшһәм дә яраймы, тип аптырап һорау бирҙем. Беҙ ул йортто кеше йәшәрлек түгел тигән статусҡа ҡуясаҡбыҙ, хужабикә үҙе, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тигән исем менән, сиратҡа баҫа инде. Тик шунда уҡ әйтәм: был программа менән сиратта тороп та әлегәсә береһенең дә фатир алғаны булманы. Ермолаевола ғына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта 1,5 мең кеше тора, мәҫәлән. Ермолаево ауыл хакимиәте ошондай хәлгә ҡалғандарға төҙөлөш материалы бирә ине лә хужалар үҙҙәре йорттарын ремонтлап ала ине. Бында ла шулайтырға кәрәк. Бахмут ауыл хакимиәте таҡта-тоҡта, цемент-ғәләмәт бирһен дә, малайҙары үҙҙәре лә түбәне көпләп ҡуя ала.
Читайте нас: