Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
27 Октября 2020, 15:30

Мәскәүгә Керәүле кәрәкме?

#почта #Юшатыр_гәзитеМәләүезгә Күмертау менән Көйөргәҙе почтаһын ҡушыу процессы бара, Күмертау менән Көйөргәҙелә 28 бүлексә, тағы ла Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондары ла беҙҙә...

- Әле барлыҡ почта бүлексәләре менән танышып бөтмәнем, Керәүлегә аяҡ баҫҡаным юҡ. Тиҙҙән барам, хеҙмәткәрҙәрҙең ниндәй шарттарҙа эшләүен үҙем күрермен. Дөйөм алғанда, ҡыуаныслы хәбәр әйтә алмам. Почта бинаһы насар икән, эшләмәгеҙ, ябығыҙ – беҙ Мәскәүгә ҡарайбыҙ, уларҙың яуабы ошолайыраҡ. Әле, мәҫәлән, авария хәлендә булған, беҙгә ҡараған ике бүлексәне ябабыҙ: Мәләүез районында - Яңы Петровск, Күгәрсендә - Яңы Хволынск. Мәләүезгә Күмертау менән Көйөргәҙе почтаһын ҡушыу процессы бара, Күмертау менән Көйөргәҙелә 28 бүлексә, тағы ла Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондары ла беҙҙә, уларҙа йәнә 56 бүлексә. Күмертау ҙа, ҡушылғандан һуң, 4 кеше ҡыҫҡартылды.
Керәүле почта бүлексәһенә, әйткәнемсә, бер ҡасан барып етермен, тик нимә генә эшләп булыр икән? Абдул ауылы почтаһы Керәүленекенә ҡарағанда әллә нисәмә тапҡырға насарыраҡ, унда һаман кирбес мейес ултыра, бүлмәләренә эт кермәле түгел, һыуыҡ. Хакимиәт яҡшыраҡ бина тәҡдим итһә, шатланып күсеп ултырыр инек. Тик уларҙың үҙҙәре ултырған ерҙәре лә маҡтарлыҡ түгел, ҡулдарынан килһә, үҙҙәренә ярҙам итерҙәр ине.
Хәлдәр әлегә шулайыраҡ, - тиҙҙән берләшәсәк, Мәләүездә буласаҡ почта бүлеге начальнигы Лидия Веселова беҙгә ошондай яуап бирҙе.
Тулы матреиал 86-сы һанда.
#почта #Юшатыр_гәзите
Читайте нас: