ҺОРАУ – ЯУАП
15 Августа 2021, 04:58

Исеменә тура килмәй

Һеҙҙең гәзит аша күп эштәр эшләнә, төрлө ерҙәге урынынан ҡуҙғалмаған мәсьәләләрҙе яҙып, иғтибарға сығарып, эшләтеп тораһығыҙ. Беҙҙең урамды ла яҙып үтегеҙ әле, зинһар. Беҙ Күмертауҙың исеме есеменә тап килмәгән Сәскәле (Цветочная) урамында йәшәйбеҙ, урамыбыҙҙа 17 өй. 

Исеменә тура килмәйИсеменә тура килмәй
Исеменә тура килмәй

Урам бөтөнләй ҡаралмай, беренсенән, әллә нисә йыл элек янған өй күренеште йәмһеҙләп тора, хужалары икенсе ерҙән торлаҡ алды ла, өйҙө емермәй ҙә, урынын да йыйыштырманылар. Икенсенән, ташландыҡ өйҙәр, сүп үләндәренә күмелеп, емерелеп торалар, улар ҙа урамды йәмһеҙләп тора, өйҙәрҙең хужалары бар, тик улар унда йәшәмәй, ҡай саҡ килеп ҡарап китәләр, хужаларын табып, йә тирә-яғын йыйыштыртһалар, йә бөтөнләй емертеп ташлаһалар ҙа булыр ине. 

Сәскәле урамында йәшәүселәр исеменән Сәлиә ӘБДЕЛМӘНОВА.

Хатҡа ҡала хакимиәтенән бирелгән яуап гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас