

Илшат МӘЗИТОВ:
- Кешеләргә бер ваҡытта ла ярап бөтөп булмай. Ҡоролоҡ йылы булһа ла иген тараттыҡ, май ҙа биреп торабыҙ. Ярҙам һорап килһәләр баш тартҡан юҡ, ППМИ программаларында ла ситтә ҡалмайым, бер ҙә изгелекте күрмәйҙәр.
Ҡайһы ерҙә ятып ҡалған икән ул көнбағыш һабаҡтары, улар сереп бөтөргә тейеш ерҙә, ә был ситкә ниңә сыҡты икән белмәйем. Бар ерҙе лә ҡарап, тикшереп сығырмын. Борсолмағыҙ, хатам булһа, һис шикһеҙ төҙәтәсәкмен.