ҺОРАУ – ЯУАП
8 Сентября 2021, 10:23

Ибраһимоваға һуңынан бирәм

- Күршенең кәзә-һарығы монгол яуынан да тегеләйерәк, бөтөн донъямды ҡырып бөттө, - Кинйәбайҙан ошондай ялыу менән бер ағай килде, - йыл да бер хәл, ауылда һарыҡ көтөүе бар, ә хужаһы малдарын унда ҡыумай, ауыл буйлап сәйәхәт ҡылалар. Минең баҡсамды үҙ итеп алдылар. Ауыл башлығына әллә нисә әйттем, шыш та юҡ, быш та юҡ.

Ибраһимоваға һуңынан бирәмИбраһимоваға һуңынан бирәм
Ибраһимоваға һуңынан бирәм

Бер көн барғас, фотоға төшөр тине (ауылда матур йәшәйем тиһәң хәҙер яҡшы фотограф булыу ҙа мотлаҡ икән), инде фото алып барһам, видео алып кил ти - видеооператор ҙа булырға кәрәк икән. Кәзә-һарыҡтарҙы уңдан да һулдан да, аҫтан да, өҫтән тигән кеүек төшөрөп алып барҙым.

Был ни ғәләмәт был? Яманғолдв бер кәзә хужаһына теҙген таба алмайҙар, бына беҙҙә лә шулай хәл. Аптырағандан һеҙгә килдем -  сараһын күрегеҙ. 
Беҙ Керәүле ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошиловты шунда уҡ осратып ялыу тураһында әйттек.
- Беләм. Бына протокол. Уны Ирина Ринат ҡыҙына алып керҙеңме? Юҡ. Аҙағыраҡ бирәм. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас