

Беҙҙең үҙебеҙҙең ауыл буйынса ла һандарҙы белгебеҙ килә, быны белергә хоҡуғыбыҙ барҙыр моғайын. Ни өсөн барыһы ла йәшерен? Бәлки был һорауҙы һеҙ күтәрерһегеҙ? Һеҙгә мәғлүмәт биреүҙән закон буйынса баш тарта алмайҙар бит".
Уҡыусыбыҙҙың был һорауына яуап эҙләп, район территориаль һайлау комиссияһына шылтыраттыҡ:
- Беҙҙә дөйөм генә мәғлүмәт, район буйынса. Ә һәр участок нисек һайлаған - уныһын беҙҙән һораған кеше юҡ, Үҙәк һайлау комиссияһы ла һеҙгә быны әйтмәйәсәк, уларҙа дөйөм генә иҫәп. Бында әллә нисә ҡосаҡ ҡағыҙҙар. Бөтәһе лә, етмәһә, ялдарға таралышты. Бик ныҡ кәрәкһә, әлбиттә, Түбәнге Бабаларҙы табып, иҫәпләп, әйтә алам. Тик, әйҙәгеҙ, һуңыраҡ.