ҺОРАУ – ЯУАП
28 Сентября 2021, 12:18

Үлгәнде көтәләр ахры

Хормэтле "Юшатыр" гэзите. Мин 10 кон ковид менэн ауырып ятам. Скорый сакырттым, килмэй. Температура тошмэй. Мин нишлэргэ тейешУлгэнде котэлэр ахыры. 

Үлгәнде көтәләр ахрыҮлгәнде көтәләр ахры
Үлгәнде көтәләр ахры
Райондың бер ауылынан ошондай ялбарыу. Икенсе ауылда ла ошолайыраҡ булған. Бер инәй әлеге ковид менән сирләп киткәс, ауыл фельдшеры тиҙ ярҙам саҡырта, тегеләр килергә сыҡты тип, инәйебеҙ төйөнсөктәрен төйнәп, ағай-эне менән хушлашып, ҡапҡа төбөнә сығып ултыра. Күпме туңып көтмәһен - береһе лә килмәй. Өс көн буйы көтә - тиҙ ярҙам яй ярҙам булып та килеп етмәй. Ҡалалағы бер таныш та, пандемия менән сәсрәп ятҡанында, тиҙ ярҙамды йыя. Һәм врачтарҙы өс көндән генә көтөп ала. 
"Юшатыр" гәзите 103 номеры буйынса шылтыратты (берҙәм номер).  Яуап ошолай булды:
 - Көнөнә 200-ҙән ашыу саҡырыу була, барлығы ҡалала (район да ҡарай) 4 машина, шуларҙың 1-һе ковидлыларҙы йөрөтә. Ковид менән сирлеләрҙән саҡырыу көнөнә 30 -ҙан артыҡ була, госпиталь шығырым тулы. Өлгөрөп булмай, һеҙгә яҙған ҡатын (беҙ уның ауылын әйттек, урамын, йорт һанын белмәйбеҙ, ә дауаханаға был мәғлүмәт кәрәк икән) беҙгә үҙе шылтыратһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас