ҺОРАУ – ЯУАП
10 Октября 2021, 04:58

Беренсе, икенсе, өсөнсө...

Айҙар Исхаҡов, район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы:- Яҡшымбәт яғына һалынған юлға килгәндә, был юлдың эштәре әле башланырға тейеш түгел ине, проект буйынса аҡса ла күсмәгән, район бюджетында булған аҡсаға юл эштәрен башланыҡ ҡына, проект 2020-2023 йылда башҡарыласаҡ, шуға күрә беҙгә була, беҙгә булмай, тип ҡауға ҡуптарырға иртәрәк, ҡайһы ерҙә уңайлыраҡ шул ерҙән төҙөлөш эштәрен башланылар.

Беренсе, икенсе, өсөнсө...Беренсе, икенсе, өсөнсө...
Беренсе, икенсе, өсөнсө...

Алла бирһә, Түбәнге Бабаларға ла булыр. Күпергә килгәндә, был күпер бер кемгә лә ҡарамай, ни беҙеке түгел, ни Ырымбурҙарҙыҡы, колхоз-совхоз заманында үҙ кәрәклектәренә төҙөп ҡуйғандар ҙа , шул килеш хужаһыҙ тора. Халыҡ араһында ҡауға ҡуптарып, элек әйтелгәнсә, Юшатырҙа ятҡан күперҙе лә алып килеп һала алмайбыҙ. Шулай ҙа, был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуймайбыҙ, күперҙе официаль рәүештә юллап, осона сығырға тырышырбыҙ.

Түбәнге Бабалар хаҡында тулы материал үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас