

12 октябрҙән был тиҙ йөрөшлө поезд Ҡарламанда ла туҡтай башлаған. Беҙгә һорау бирҙеләр: ә ниңә Ермолаево менән Морапталда ла туҡтамай, Өфө, Стәрле яҡтарында уҡыусы ауылдаштар бар, уларҙан тыш, Морапталдан, мәҫәлән, тиҙ генә Өфөгә барып, кире әйләнергә лә булыр ине -туп-тура өйөңә тиклем алып килеп ташлай, ҡалай йәтеш булыр ине. Ырымбурға ла йыш йөрөйбөҙ.
Беҙ РДЖ-ға шылтыраттыҡ. Бер нисә минут ковид, ПЦР тураһында вәғәз тыңлағас, музыка уйнай башланы - уны ярты сәғәт (!) тыңларға тура килде. Ниһайәт, бер ҡыҙ трубканы алды....
Барлыҡ материал гәзиттә баҫыласаҡ.