

Һаумыһығыҙ! Аптыраған өйрəк арты менəн күлгə сума. Мин əлеге ваҡытта бəлəкəй бала менəн Күмертау ҡалаһында балалар дауаханаһында ятам. Бында йылы, балаларҙы матур ҡарайҙар, медицина хеҙмəткəрҙəре итəғəтле, яғымлы. Тик бер яғы насар. Күп əсəйҙəр ауыл еренəн.
Уларға көн дə туған-тыумасаһы ваҡ төйəк, ашарға алып килə алмай. Ҡайһы берəүҙəренең килер кешеһе лə юҡ.
Больницала биргəн аштары йыуынды һыу кеүек. Балалар түгел, хатта оло кеше лә ашай алмай. Бəлки, ошо хаттан һуң, берəй нимə ыңғай яҡҡа үҙгəрмəҫме икəн?
Минең исемемде анонимно ҡалдырыуығыҙҙы һорайым.
Галина СИМИНЧЕНКОның, ҡала дауаханаһының диета буйынса шəфҡəт туташының, яуабы гәзиттә баҫылды.
Фото интернеттан.