ҺОРАУ – ЯУАП
12 Декабря 2021, 05:26

Балаларға уйнар ер юҡ

Һаумыһығыҙ, Юшатыр гәзите хеҙмәткәрҙәре. Интернеттан ҡарап ултырһаң, район буйынса әле бер ерҙә, әле икенсе ерҙә балалар өсөн спорт, уйын майҙансыҡтары асылыуы тураһында яҙыла. Яҡшымбәттәрҙең хокей майҙансығы бар, күбеһенсә ололар йәшәгән Бахмутҡа ла спорт инвентарҙары ҡуйылды, Яҡут ауылында бар уңайлыҡтары булған парк төҙөлөп ята, Яманһарыға ла уйын майҙансығы ҡуйылды.Беҙҙең Ялсыҡай ауылы бәләкәй булһа ла, йәш, күп балалы ғаиләләр етәрлек. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_64607 

Балаларға уйнар ер юҡБалаларға уйнар ер юҡ
Балаларға уйнар ер юҡ

Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Был бик мөһим һорау, ауылдарға, балаларҙы әүрәтер өсөн, берәй майҙансыҡ кәрәк, әлбиттә. Бер йылы Ермолаевола торған уйын майҙансығын беҙгә бирергә ризалашҡандар ине, уны алырға бер-ике көн бирелде, беҙ саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалдыҡ, ҡарар үҙгәреп, майҙансыҡты икенсе ауылға бирергә булдылар.
Былтыр, арзан хаҡҡа спорт тренажерҙары килеп сыҡҡас, шуларҙы алырға тип аҡса һорап ҡараныҡ, бюджетта аҡса булмау сәбәпле, был юлы ла хыялыбыҙ тормошҡа ашманы...

Руслан ӘМИНЕВ, район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш бүлеге начальнигы:
- Был һорауға килгәндә, барыһы ла ауыл биләмәһе башлыҡтарынан тора тиер кәрәк. Төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашып, майҙансыҡ кәрәклеген гел белдертеп йөрөгәндә, алырға була. Миҫал өсөн, әле бына яңыраҡ ҡына, Ленин ауыл биләмәһе башлығы Галактионов Владимир, бик әүҙем, яуаплы ир-ат, ниндәйҙер әмәлен дә, аҡсаһын да табып, бәләкәй генә Бальзаға майҙансыҡ ҡуйҙыртты...

Материал һәм яуаптар тулыһынса гәзиттә баҫылды.

Фотоларҙа: әле Ялсыҡай балалары туңған йылға өҫтөндә, күпер аҫтында уйнай - хәс беҙҙең бала саҡтағы кеүек. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас