

- Һеҙ бәҙрәф тиһегеҙ, был Бәләкәй баҙар бер кемгә хәжәт түгел. Элегерәк Ләлә Айтуғанованыҡы ине, ул Өфөгә күсеп китте. Баҙарҙы Юл-йәшелләндереү хужалығына (МУП ДОР) бирҙеләр, тик уныһы ла баш тартты. Бына әле бер кемдеке лә түгел килеш йәшәй бирә. Мин үҙем (биҙәнгән ҡатын) баҙарҙы йыйыштырып йөрөйөм, шуның өсөн һатыусыларҙан аҡса алам – көнөнә 10 һум. Тимерҙәрен буяйым, ҡарын көрәйем. Хакимиәткә барып Баҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатып ҡараным – шыш та юҡ, быш та юҡ...
Зюзякина Ева Геннадьевна, Күмертау ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
- Бәләкәй баҙар тигән исем халыҡ телендә генә бар, юридик яҡтан бында һатыу нөктәһе донъяла юҡ. Бындай урындар Күмертауҙа өсәү – ошо баҙар, Бабай урамында һәм Ломоносов урамында. Тарихи һатыу урындары, халыҡҡа файҙа килтерә икән, беҙ уларҙы бер нисек тә тыйғы килмәй...
Тулы материал үткән йома һанында гәзиттә баҫылды.