ҺОРАУ – ЯУАП
19 Января 2022, 05:57

Почта туңып ултыра

Лидия Веселова, Мәләүез почтамты начальнигы:      - Был проблеманы беләбеҙ, үҙебеҙҙең йән һыҡрай.  

Почта туңып ултыраПочта туңып ултыра
Почта туңып ултыра

Район башлығына хат яҙҙыҡ, ул урын юҡ тип яуап бирҙе лә ҡуйҙы. Газовиктарға ла яҙҙыҡ - айырым йылылыҡ ебәрегеҙ, исмаһам, тип, улар ҙа ҡул һелтәне - ярамай. Әгәр ҙә клубҡамы, башҡа йылы ергәме күсеү мөмкинселеге булһа (бер шарты бар: бүлмә 20 квадрат метрҙан кәм булмаһын), беҙ ҡушҡуллап риза. Була тиһәләр, хәҙер үк юлға сығам, кәрәкле килешеүҙәр төҙөйөм. Һеҙ беҙгә ошо мәсьәләлә ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Почта бит социаль ғына түгел, стратегик объект.

Ләйсән Нуриәхмәтова, Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Яңы Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йорто ауыл хакимиәте ҡарамағында, һеҙ әйткән бүлмәлә, ысынлап та, почта инеп ултырырлыҡ, майҙаны 20 метрҙан артыҡ. Ауыл хакимиәте ризалыҡ биреп, почта менән килешеү төҙөһә, почтальондар бында кереп ултыра ала.

Ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевтың яуабы гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас