ҺОРАУ – ЯУАП
8 Февраль 2022, 04:59

Эш бөттө: фотоға төштөк, сәй эстек

Тәлғәт Шаһманов:- ...Әллә күпме ижтимағи ойошмалар бар, әйҙә эшләһендәр генә, етәр күп тел болғау, уйын-көлкө менән үтә мауығыу, йә ҡағыҙҙағы үлек ижтимағи ойошма булып йөрөүҙәр. Мортаза бабай әйтмешләй, эшләр кәрәк! 

Эш бөттө: фотоға төштөк, сәй эстекЭш бөттө: фотоға төштөк, сәй эстек
Эш бөттө: фотоға төштөк, сәй эстек
Тәлғәт Ғиндулла улының силсәүиттәр бөтә тигән мәҡәләләргә ҡарата яҙылған фекере был. Ижтимағи ойошмалар... Ныҡ күп улар хәҙер, хатта барыһын да иҫтә ҡалдырып бөтөрлөк түгел, булғандарына яңыһы өҫтәлә тора (Халыҡ кәмей - былар арта, Атайҙар ҡоро ла булды хәҙер). Әммә, уларҙың ҡулында ресурс аҙ, аҡса юҡ, быныһы ярар, ижтимағи тигән исемде күтәреп йөрөгәс, уларҙың барыбер ниндәйҙер эше, үҙ һүҙе булырға тейештер ҙә. Власть алдында халыҡты борсоған һорауҙарҙы, тәү сиратта, улар күтәрергә тейеш. Теманы дауам итеп, ошондай һорау алдыҡ:
Башҡа район һәм ҡалаларҙағы ҡоролтай ойошмаларының эштәре тураһында йыш ишетелә, уларға ҡарап хатта һоҡланып та ҡуям. Ә беҙҙең райондағы ҡоролтай ойошмаһы эшләйме ул? Берәй сара, йә осрашыу үткәреүҙәре тураһында йылдар буйы ишетелмәй. Фотола күренеп ҡала (унда лә рәйес үҙе генә тора), башҡаға эйәреп кенә йөрөй ахры, үҙенең эше юҡ. Ойошмаларҙың эше, ҡайҙалыр барып, матур телмәр һөйләп, сәй эсеп ҡайтыуға ғына тороп ҡалдымы беҙҙә хәҙер? 

Лилиә.

Юлай Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ҡоролтай ултырыштары туҡтатылып торҙо. Билдәле булыуынса, быға бар донъяға таралған сир ғәйепле. Аҙаҡҡы ултырыш ҡасан булды? Әллә , онотолған. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына ултырыш үткәрергә планлаштырабыҙ. Йыл да ҡатнашҡан “Айыҡ ауыл” конкурсына йомғаҡ яһап, быйыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип билдәләнде, был сараға ла пландар ҡороп һөйләшеп алырға уйлайбыҙ.

Редакциянан: пандемия мәлендә лә хатта, бына әле, 30 кешегә тиклем халыҡты йыйырға рөхсәт бар. Сирҙе ғәйепләү -һәйбәт популяр һөнәр, Ҡоролтай эшендә, коронавирустан да ҡурҡынысыраҡ, башҡа сир ғәйепле түгелме икән? 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас