ҺОРАУ – ЯУАП
2 Март 2022, 07:54

Абдулда нимә тота?

- Ул ҙур, ҡыйбатлы телевизорҙы ниңә һатып алдыҡ икән - күрһәтмәй. 

Абдулда нимә тота?Абдулда нимә тота?
Абдулда нимә тота?

Абдул ауылында интернет тотмай тинеләр ҙә, телевизорҙы ла һүндерҙеләр. Донъяла ваҡиғалар хәтәр бара, яңылыҡтарҙы ла ҡарай алмай ултырабыҙ. Нимә тиһең? Минең дә, бабайҙың да ҡолағы ишетмәй, күҙ ҙә йүнле күрмәй, шулай ҙа телевизорҙы ҡарай инек. Интернетҡа аҡсаһын түләп тә барабыҙ, ә барыбер эшләмәй.

- Инәй, нисә көн күрһәтмәй телевизор?
- Ә, нимә тиһең?
- Аҡсаны кемгә түләй инегеҙ, Ростелекоммы?
- Ярар, ҡуй, балам, барыбер ишетмәйем. 
Телефонды һалды инәйебеҙ. Бушҡа шылтыраттым тинеме икән. Беҙ ҙә аптырап ултырабыҙ: абдулдар, һеҙ ниндәй ойошма аша ҡарай инегеҙ телевизорҙы, беҙгә кемгә мөрәжәғәт итергә?    
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас