

- Пенсияны əллə хəҙер стажға ҡарап бирмəйҙəрме? 40 йыл эш стажы булғаны ла 12800 һум ала, яңы ғына бик күп эшлəмəй пенсияға сыҡҡандарға ла шундай уҡ сумма түлəнə. Ырымбур өлкəһендə Хеҙмəт ветерандары 800 һум өҫтəлмə ала, ə беҙҙə 200 һум. Был 200 һум бит район үҙəгенə барып ҡайтырға ла етмəй.
Ҡ. СӨЛƏЙМƏНОВ Яҡуп ауылы
Минималь пенсия хəҙер 10 431 һум. Ҡартлыҡ буйынса пенсия йəштəн, стаждан, йыйылған балларға бəйлəнгəн, барыһы ла "Страховкалы пенсия тураһында"ғы Федераль законда ентеклəп аңлатылған. Пенсия проценттарҙа индексациялана, махсус программа барыһында үҙе иҫəплəп сығара. Ғинуарҙа планлаштырылған буйынса пенсия 5.9 %-ҡа индексацияланды...
Галина ПЕТРУНИНА, "Хоҡуҡ бүлеге" клиенттар хеҙмəте етəксеһе урынбаҫары.
- Дəүлəт наградаһы булғандар юлда йөрөү өсөн 400 һум ала, ə стаж буйынса ғына Хеҙмəт ветераны һаналғандарға Башҡортостанда билдəлəнгəн сумма - 200 һум түлəнə...
Халыҡты социаль яҡлау республика үҙəгенең Мəлəүез районы һəм ҡалаһы буйынса филиалы белгесе.
Яуаптар тулы килеш гәзиттә баҫылды.