ҺОРАУ – ЯУАП
12 Март 2022, 06:27

Аптыраҡ

Была хатты Таймас ауылы халкы исеменан яҙам.

АптыраҡАптыраҡ
Аптыраҡ
Ни булһа ла булды. Ҡыштың һыуыҡ буранлы көндәре артта ҡалды. Аллага шөкөр, яҙға ла аяҡ баҫтыҡ.
Күп ваҡыт та ҡалманы, ҡарҙар иреп бөтөр.
Тик ваҡытында йүнләп таҙартылмаған ауыл араһындағы юлдар өсөн кем яуап бирергә тейеш?
Март башында йылытып туңдырғандан һуң, урамға аяҡ баҫып сығырлык түгел, соҡор-саҡыр, колея.
 
Юлдыбаев Ильяс Искандаровичҡа обращаться итеү менән файҙа юҡ. Уларҙың йә соляркаһы юҡ, йә техникаһы.
Беҙҙең ауылға биргән трактор ҙа етә ине ҡыш буйы юл таҙартырға. ППМИ программаһы буйынса, лопатаһы ла, роторный снегоотчистителе ла бар бит. Тик беҙ уны күрганебеҙ юҡ.
Ялыу тулы көйөнсә (бында өҙөгө генә) һәм материал киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас