

- ...Тракторға килгəндə, яңыраҡ үткəн сходта ошо һорау күтəрелде һəм уға асыҡ яуап бирелде. Тракторҙың тағылмалары ППМИ программаһына алынды, тик беҙгə тракторҙы йүнəтеү, уға яғыулыҡ һалыу, водителенə түлəү өсөн бер тин дə аҡса бүленмəй, шуға бəйле трактор эшһеҙ ултыра. Кемдең йомошо булһа, яғыулыҡ һалығыҙ ҙа алып ҡулланығыҙ, тиелде. Ауылда өмəлəр булғанда, сүп түгергə кəрəкһə, берəй кешене үтенеп тигəндəй яллайбыҙ. Бушҡа урамдар таҙартып йөрөргə береһе лə риза түгел. Бөгөнгө көндə трактор КФХ-ға эшлəгəне юҡ, 2015-2016 йылдарҙа эшлəп ҡараны, күп түгел, 5-10 сəғəт тирəһе, уның өсөн КФХ үҙ техникаһы менəн ҡыш буйы ауыл араһындағы юлдарҙы таҙартты.
Ильяс Искәндәр улының ялыуға булған тулы яуабы гәзиттә йома һанында баҫылды.