...Такси хаҡы ла арзан түгел - 500 һум. Үткән йылдарҙа "Газель" йөрөй ине, ул сәғәт 8.30-ҙа Яҡуптан ҡалаға ҡуҙғала һәм 18.00 халыҡ ауылға кире әйләнеп тә ҡайтып етә торғайны. Бик уңайлы булды. Автобус маршрутының ваҡытын үҙгәртмәҫтәрме икән? Газель, бәлки, яңынан йөрөй башламаҫмы икән?
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы
- Автобус сәғәте дөрөҫ түгел. Беҙҙең ауылға ҡаланан автобус иртәнге сәғәт 8-ҙә сыға, беҙгә килеп еткәнсе сәғәт 11.30 булып китә. Тимербай менән Свободаны урап, ҡалаға бик һуң барып етәбеҙ. Кәрәкле табипҡа кереп тә өлгөрөп булмай. Шунан, кисен, автобус сәғәт 6-ла ғына ҡаланан ҡуҙғала, теге-был туҡталыштарҙан кеше алып, беҙҙең ауылға һуң ғына килеп етә. Бер көнөң юҡҡа сыға. Ай һайын ҡалаға килеп дарыу алырға тура килә, такси ҡыйбат. Таксиҙа ғына йөрөһәң, Күмертауға барып ҡайтыу аҡса яуына әйләнә. Ҡыш көндәре бер нисә кеше йыйылып, такси саҡырта ине. Ошо автобус килеп-китеү ваҡытын үҙгәртмәҫтәрме икән?
Миңленур СӘЙФҮТДИНОВА, Абдул ауылы
"Күмертау АТП-һы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Роза ҠОТЛОМБӘТОВАның яуабы гәзиттә баҫылды.