Ауыл хакимиәте әйтте: ул мәғариф учреждениеһы территорияһында, беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Мәктәптән әйттеләр: был ҡарғалар (ағастары менән бергә) балалар баҡсаһынан тышта ултыра, беҙҙеке түгел (иҫбатлап, яңы видео ебәрҙеләр).
Уңарсы Керәүлеләр, видеоны күргән дә, шылтырата: беҙҙә лә йәһәннәм ул ҡарғалар, ҡайҙа ҡуйырға, нимә эшләтергә белмәйбеҙ, улар бит Ҡыҙыл китапҡа ингән, тейергә ярамай. Керәүле ҡарғалары ғына ингәнме китапҡа, асыҡлай алманыҡ.
Ҡыҫҡаһы, донъяға һыймаҫ булды был ҡарғалар. Һорау һауала аҫылынып ҡала бирә, ҡарғалар, ҡарҡылдап, оса бирә.