Беҙҙең ауылыбыҙ халҡын борсоған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итһәгеҙ ине.
Хәҙер бар ерҙә лә бесәнлек, көтөүлек ерҙәрен оформить итәләр, ә беҙ бының тәртибен бер ҙә белмәйбеҙ. Был мәсьәлә нисек башҡарылып хәл ителә икән, һәр йортҡа бүленәме, әллә кеше башынамы?
Шулай уҡ тағы бер һорау аптырата беҙҙе. Ауылдар бөтә барған һайын кешегә ер етмәй. Яңыраҡ “Юшатыр”ҙа сыҡҡан “Кешегә күпме ер кәрәк?” мәҡәләһендә тыҡырыҡтарҙы кәртәләп алырға ярамай тип яҙылғайны. Тимербайҙа тыҡырыҡтарҙы кәртәләп алдылар, етмәһә төҙөлөштәр ҙә бара унда. Шулай уҡ йорт арттарын да ҡамалап бөттөләр. Һыу буйҙарында йөрөргә урын да ҡалманы. Аптыраҡ. Беҙгә ошо һорауҙар буйынса береһе аныҡ ҡына аңлатма бирһә ине.
Тимербай ауылы халҡы.
Аноним һорауға асыҡ яуап табырға тырышырбыҙ.