Беҙҙең янда тиреҫебеҙ өйөлөп ята, шуны алып сығып түгергә әле трактор юҡ тиҙәр, бесән мәле, фәлән-төгән, эштән бушамай. Уныһы шулайҙыр, ә беҙгә нимә эшләргә? Иртәгә, ана, беҙҙе районға саҡырталар, шул тиреҫ өсөн. Ирем айына биш мең һум алып эшләй, шул биш меңдең ике-өс меңен һыпыра бит инде былар штрафтарын һалып. Ни пенсияға сығып өлгөрмәне, алтмышы тулһа ла эшләй инде хәҙер, пенсия йәшен арттырғас. Бына ғәләмәт, быйыл Яҡшымбәт мәктәбенең юбилейы, ҙур ҡунаҡтар ҡайта, тиреҫең ауылды йәмһеҙләп ята - шулай тинеләр.
Беҙ сүпте түгергә риза, аҡсаһын да бирер инек, трактор юҡ, ни колхоздан юҡ, ни силсәүиттән. Әйтегеҙ әле тегендә ултырған, беҙгә штраф оформить иткәндәргә, штрафты әлегә һалмай торһондар, унда ни, вис беҙҙең ауыл ултыра - Әхәт Әхтәм улы ла беҙҙеке, Ирина килен дә беҙҙеке. Исмаһам, ауылдаш булғаны өсөн булһа ла штраф сәпәмәй торһондар.
Ғәлимә апайығыҙ, Яҡшымбәт ауылы.
Әхәт абзый, Ирина килен һәм башҡа вазифалы кешеләр эштең айышына төшөнөр тип ышанабыҙ.