-4 °С
Облачно
Ауылда магазин юҡлығы борсой, беҙ ҡайҙан барып аҙыҡ-түлек алырға тейеш икән, күрше ауылдар йыраҡ урынлашҡан. Районда көн дә байрам, күңел асалар, ә беҙҙең нисек йәшәгәнде килеп күреүсе лә юҡ. Ололарҙы һанға һуҡмайҙар. Мәләүез ҡалаһынан аҙнаһына ике тапҡыр автолавка аҙыҡ-түлек ташый торғайны, хәҙер ул да юғалды. Ҡайҙа барырға, әллә астан үлергәме?
Телевизор ҙа күрһәтмәй, каналдар юғалды. Килеп эшләп киткәйнеләр, 10 көн күһәтеп торҙо ла, тағы ҡапыл эшләмәй башланы. Февраль айынан бирле яфаланабыҙ, телевизор ҡарамай булмай. Аптыраҡ, бының сәбәбе нимә лә икән?
Исмәғил Сөләймәнов, Яңы Ямаш ауылы.
Яуаптар гәзиттә баҫылды.