Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
12 Августа 2022, 12:33

Ниңә көнбағыш күп?

Гөлфиә апай Янбаева шылтырата. Яҡут күленә, батҡаҡҡа тип килгәндәр ҙә, ҡайтып барышлай, баҫыуҙарға иғтибар иткәндәр.

Ниңә көнбағыш күп?
Ниңә көнбағыш күп?

- Һеҙҙең районда ҡалай күп сәсәләр ул көнбағышты.

"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, Республика Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева шулай тип ғәжәп булған. 

Айҙар Туйгилдин, район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе - баш агрономы:
- Быйыл районыбыҙҙа көнбағыш күп сәселгән тип, ситтән ҡарап тороп ҡына әйтеүе төптән дөрөҫ булмаҫ ине. Үткән йылдарҙағы уҡ күләмдә сәселде быйыл да. Һәр нимәнең үҙ тәртибе бар. Нимә генә тиһәк тә, ер эшәктәреү менән шөғөлләгән ҙур хужалыҡтамы ул, йә 50-100 гектар булған фермер хужалығындамы, сәсеү алмашыныуын (севооборот), тамыралмашыныуын (корнеоборот- аҙаҡҡы ваҡытта күберәк шуға иғтибар итәбеҙ) иҫәпкә алып эшләгәндә генә теләгән һәм иҫәпләнгән (расчетный) уңышты алып була...
Ырымбур тракты буйлап урынлашҡан көнбағыш баҫыуҙарына килгәндә инде, ул баҫыуҙарҙы бөтә хужалыҡтарға өлгө итеп ҡуйып, шулай эшләргә тәҡдим итер инем.

Тулы яуап гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: