Ҡарап барам: "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын аҙна һайын кемгәлер тараталар. Беҙҙең ауылда ла бар был миҙалға лайыҡ кешеләр. Менәүәрә менән Гүзәлиә килендәр. Әйтегеҙ әле, уларға ла бирһендәр. Килендәребеҙ - ауылдың тотҡаһы, улар булмаһа, Яманһарыла бер ни ҡыбырламай. Нур сәсеп, ауылды яҡтыртып йәшәйҙәр. Был миҙалды улар таҡмаһа, белмәйем, тағын кем таға?
Һорауҙы ҡабул иттек. Әйтеп ҡарарбыҙ, тыңлаһалар, тиҙҙән, тимәк, кавалерҙар һаны артасаҡ.