Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Урта Бабалар ауылында йәшәүсе ҡәҙерле дуҫыбыҙ Гөлдәр Илшат ҡыҙы ӘХМӘТОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Беҙҙең дуҫыбыҙ бик алсаҡ, ғәҙел, киң күңелле, туған йәнле, сабыр кеше. Олоно оло итеп хөрмәт күрһәтер, кесене кесе итеп аҡыллы кәңәштәрен йәлләмәҫ. Килен булып төшкән ауылында әүҙем тормош алып бара. Ҡәйнәһе Фәниә апай менән ярты һүҙҙән аңлашып татыу итеп йәшәйҙәр. Тормош иптәше Илһам Айрат улы менән бер-береһенә тап килгәндәр. Икеһе лә эшһөйәр, икеһе лә ярҙамсыл, икеһе лә юморға бай кешеләр. Балаларына матур тәрбиә биреп һәр ҡайһыһын ғаиләле иттеләр. Ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерешергә ярҙам итәләр.
Ҡәҙерле дуҫыбыҙ! Ғүмер байрамың менән һине! Һаулыҡ, бәхет, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Атаһы таңдарың нурлы, көндәрең яҡты, төндәрең ай-йондоҙло, киләсәгең өмөтлө булһын. Илһам менән тигеҙлектә шатлыҡ-һөйөнөстәр кисереп тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.
Гөлдәр, ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Донъя тип - донъя ҡыуабыҙ,
Тартабыҙ тормош йөгөн.
Онотоп тор мәшәҡәтең,
Бөгөн бит тыуған көнөң!
Һинең өсөн генә бөгөн
Иң матур гөлләмәләр.
Ҡотлай дуҫ-иш, туғандарың,
Яуа изге теләктәр!
Бер йыл үтте тағы, тиеп,
Календарға зарланма.
Алда көтә яҡты йылдар,
Үткәнен һин барлама.
Тыуған көн үтә лә китә,
Алда тора иң шәбе.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен,
Һүнмәһен ғүмер шәме!
Һинең өсөн генә бөгөн,
Йылмаялар сәскәләр.
Алда әле, иркәләнеп,
Уянаһы иртәләр.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәттән ғаилә дуҫтары Юлай, Фәнүзә Хәлитовтар һәм уларҙың балалары.