Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Декабрь , 12:40

Дима ла башҡортса аралаша ине

Уның күңеле алтын булды

Дима ла башҡортса аралаша ине
Дима ла башҡортса аралаша ине

9 декабрь - Ватан Геройҙары көнөндә Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Дмитрий Шишкалиев исемендәге батыр партаһы асыу тантанаһы уҙҙы. Батыр партаһын асыу хоҡуғы Диманың улы менән ҡыҙына һәм туғыҙынсы синыф уҡыусылары Байсар менән Алһыуға бирелде.
Дима беҙҙең мәктәпкә 4-се класҡа килде. Өс баланы Фәнил менән Лилиә Төркмәновтар ғаиләһе тәрбиәгә алғайны. Ул ваҡытта мин директор инем, башҡортса белмәгән өс бала нисек беҙҙә уҡыр икән тип ныҡ борсолоп райондың мәғариф етәксеһе Надежда Николаевна Гиринаға шалтыратып күрше рус ауылы Владимировка мәктәбенә ебәреүен үтендем. Һеҙҙең мәктәптә балалар тәртипле, тырыш, аҫрауға алынған балаларға өйрәнеп китеүе еңел буласаҡ, тип өсөһөн дә беҙҙә ҡалдырҙы. Алена мәктәптә ойошторолған башҡорт йырын башҡарыусылар "Мәктәбем һандуғасы"нда башҡортса йырлап йөрөнө, Дима ла башҡортса аралаша ине. 2012 йылда Дима менән Алена төп мәктәпте тамамлап ауылдан сығып киттеләр.
Дима уҡыу отличниғы булмаһа ла уның күңеле алтын булды. Ярҙамсыл, асыҡ күңелле, эскерһеҙ бала ине. Синыф етәксеһе Марат Мансур улы ла Диманың ошо сифаттарын әйтеп үтте. Сара ауыр тынлыҡ менән барҙы. Барыбыҙҙың да бер теләге – илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәреҙебеҙ иҫән-һау үҙ ғаиләләре янына ҡайтһын.
Сания КҮҘБАЕВА,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас